Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 490 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 35 кеше өҫтәлгән). Дауаханала 272 кеше ята, 145 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 58 кеше пневмония диагнозы менән госпитализацияланған. Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 59 (бөгөн 2 кеше дауахананан сығарылған). Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. Вафат булғандарҙың һаны үҙгәрешһеҙ ҡала.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа 49 904 тикшереү үткәрелгән (тәүлегенә 3,5 мең самаһы).
Рәсәйҙә иһә коронавирус инфекцияһы барып етмәгән төбәк ҡалмаған: 85 субъектта ла сир осраҡтары теркәлгән, ауырығандарҙың һаны – 74 588 (тәүлегенә 5966-ға артҡан), һауыҡҡандар – 6250, вафат булғандар – 681 кеше.
Донъяла коронавирус йоҡторғандарҙың һаны – 2 827 393 (бер тәүлектә 105 268 кеше өҫтәлгән).
Бөгөн Октябрьский ҡалаһындағы дауаханала сикләү саралары бөтөрөлгән, шул уҡ ваҡытта Балтас район дауаханаһында карантин саралары индерелгән. Унда хирургия бүлегендә ятҡан ҡатын коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында. Дөйөм алғанда, республикала ете медицина учреждениеһы карантин шарттарында эшләй.
Фото: phototass1.cdnvideo.ru